Минең хаҡта
Туған телем минең! Күпме һүҙең
Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.
(Рауил Бикбаев)
Минең туған телем – башҡорт теле! Ул тел миңә олатайҙарым рухы аша ингән, әсә һөтө аша һеңгән. Олатайым рухи яҡтан бай кеше булған: балалар уҡытҡан, кешеләргә аҡыллы кәңәштәрен биргән, доғалары менән дауалаған, башҡорт халыҡ йырҙарын яҡшы белгән, легендаларын һөйләп, йырлап ултырыр булған. Уның бай мираҫын әсәйем тулыһынса үҙенә алған. Ғүмер буйы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, саф тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын йырлаған. Әсәйемдән телемә, илемә, башҡорт моңона һөйөү миңә күсте. Ошо тел, ошо моң миңә көс-дәрт, ҡот бирә. Шул телдә йырҙар йырлайым, туғандарым менән аралашам. Яҙмыш мине башҡорт теле, башҡорт ере менән ғүмерлеккә айырылмаҫлыҡ итеп бәйләгән. Минең тыуған көнөм дә тап Башҡортостан Республикаһы көнөнә – 11 октябргә тура килгән. Был көн минең бөтә ғүмеремде Башҡортостан менән бәйләгән. Республикама, башҡорт теленә, еренә, йырына һөйөү ҙә ғүмерлек. Башҡорт теле уҡытыусыһы һөнәре лә мине үҙе эҙләп килеп тапты, сөнки рәссам булырға йөрөгән ҡыҙҙың юлына илһөйәр уҡытыусы осрап, республика олимпиадаларында еңеүгә өлгәштереп, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына инеп киттем. БДУ минән биш йыл эсендә башҡорт еренең мәңге һүнмәҫ патриоты итеп сығарҙы. Уҡытыусылыҡ һөнәренә килгәндә, мин егерме йыл эсендә уның бөтә этаптарын иң түбәнге баҫҡысынан иң юғары баҫҡысына тиклем үттем: балалар баҡсаһындағы алты йәшлектәрҙән алып, үҙҙәре уҡытыусы булған өлкән ағай-апайҙарға тиклем башҡорт телен уҡыттым. Ә уның араһында мәктәптең башланғыс кластары, урта звено, юғары класс уҡыусыларына; педагогия колледжының беренсе курсынан алып бишенсе курсҡа тиклемге студенттарына; юғары уҡыу йортоноң филология, тарих, юриспруденция, иҡтисад, математика бүлеге студенттарына башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәттем, ошо телдә дипломдар яҡлаттым, ғилми мәҡәләләр яҙҙырттым. Үҙем дә уҡыуымды дауам иттем: академик Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов етәкселеге аҫтында филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡланым. http://www.dslib.net/literatura-rosii/stilevye-osobennosti-sovremennyh-bashkirskih-istoricheskih-romanov.html
Әлеге ваҡытта мин Нефтекама ҡалаһының 1-се гимназияһында балаларға башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы буйынса белем бирәм, уларҙы рухи, мәҙәни яҡтан үҫтереүгә төп иғтибарымды бүләм, сөнки хәҙерге көндә тап ошо сифаттарҙы үҫтереү бик кәрәк тип иҫәпләйем. Башҡорт рухиәтен һаҡлауҙа үҙем һәм ғаиләм актив эш алып бара, башҡорт йыр-моңон пропагандалайым, ҡалабыҙҙа һәм республика кимәлендәге конкурстарында, ҡалабыҙҙың ҡоролтайы эшендә әүҙем ҡатнашам.