Знание родного языка очень важный фактор. Об этом много сказано. Человек, не знающий своего родного языка не сможет по достоинству оценить и другие языки. Есть вещи, которые можно познать только через знание родного языка, это культура, история, этнография, фольклор и многое другое. Дорогие родители, не лишайте своих детей языка!🙏🏻

Бөгөнгө көнөң иң актуаль һорауҙарының береһе - ни өсөн туған телдәрҙе һаҡлап алып ҡалыу кәрәк?
Был һорауға яуапты ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” китабынан алдым. М. Бураҡаева: Туған тел - ул тойғо теле, моң теле. Туған телдә һөйләшеп, беҙ туғанлыҡ тойғоһон яҡынайтабыҙ, туған телдә йырлап, беҙ шатлыҡ күбәйтәбеҙ, ҡайғы таратабыҙ, күңелде таҙартабыҙ. Ә күңел таҙалығының физик һаулыҡҡа тәьҫире баһалап бөткөһөҙ.
Тәрән аҡыллы ағинәйҙең туған тел хаҡында әйткән һүҙҙәре – иң мөһим һүҙҙәр, сөнки туған телдең кеше аҡылын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йоғонтоһо бик ҙур. Был хәҡиҡәтте белгәндәр һәм үҙ маҡсатында ҡулланғандар. Илде яулап алыу өсөн бары тик шул илдә туған телде өйрәнеүҙе тыйғандар. Ә туған теленән яҙған милләт юҡҡа сыға, сөнки тел аралашыу сараһы ғына түгел, ә милләттең рухи донъяһының асҡысы ла. Бына шуның өсөн дә туған телде өйрәнеү проблемаһы бик актуаль.